Ил Президентының әйтеүенсә, экологик хәүефһеҙлек мәсьәләһе үтә ҡырҡыу тора. Халыҡ менән тура бәйләнеш ваҡытында ла был һорау йыш күтәрелде.
“Күп кенә полигондар сүп-сар менән тулған, халыҡ йәшәгән урындарҙа улар ысын мәғәнәһендә көнкүреш ҡалдыҡтары тауына әүерелгән. Шуныһы ҡыҙыҡ, ошондай сүп ояһы янында торлаҡ төҙөүгә нисек документтар бирә алдығыҙ? Кем был хаҡта уйланы?” – тип власть әһелдәрен тәнҡит уты аҫтына тотҡайны ул Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында.
Власть вәкилдәренә халыҡты борсоған мәсьәләләргә ҡул һелтәп ҡарарға түгел, ә ныҡлап ауыр проблемаларҙы хәл итергә тотонорға ваҡыт, тип билдәләне Владимир Путин.