Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Июля 2019, 13:44

Азат Баҙрановҡа – яңы вазифа

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡарары менән Азат Баҙранов Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде.

Фото: glavarb.ruФото: glavarb.ru
Фото: glavarb.ru
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡарары менән Азат Баҙранов Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде.
Быға тиклем ул ошо идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары булып эшләй ине. Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, әлегә тиклем начальник булған Урал Килсенбаев Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары тип тәғәйенләнде.
Белешмә:


Азат Баҙранов 1986 йылдың 6 декабрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Н. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институты аспирантураһын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 2006 йылда шәхси эшҡыуар булараҡ башлай. Артабан Өфөнөң һәм илдең төрлө учреждениеларында эшләй.
Читайте нас