Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Июля 2019, 00:16

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат Иван Константинович Сухаревты теркәү тураһында

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары


2019 йыл, 13 июль № 102/1 - 6

Өфө


Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат Иван Константинович Сухаревты теркәү тураһында


ЛДПР сәйәси партияһының – Рәсәй­ҙең либераль-демократик партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һайлау берекмәһе тарафынан Иван Константинович Сухаревты Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат итеп тәҡдим итеү тәртибенең “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закон, Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексы талаптарына ярашлылығын һәм кандидатты теркәү өсөн кәрәкле документтарҙы тикшергәндән һуң, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы түбәндәгеләрҙе билдәләне.


Башҡортостан Республикаһы Баш­лығы вазифаһына кандидат Иван Константинович Сухаревты тәҡдим итеү тәр­тибе, кандидатты теркәү өсөн тап­шы­рылған документтар Башҡортостан Рес­публикаһы Һайлау тураһындағы ко­дек­сының 40, 46.1-се статьялары, 48-се статьяның 2.1-се өлөшө, 95.3, 95.4-се статьялары талаптарына яуап бирә.


Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының 2019 йылдың 30 майындағы “2019 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидаттың тәҡдим ителеүен хуплап ҡултамғалары йыйылырға тейешле кешеләр һаны һәм вәкиллекле органдары депутаттары тарафынан кандидат хупланырға тейешле муниципаль райондар һәм ҡала округтары һаны тураһында”ғы 88/1-6-сы ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатты тер­кәү өсөн Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәрендәге вәкил­лекле органдар депутаттарының 454 ҡултамғаһы, шул иҫәптән Башҡорт­остан Республикаһының кәмендә 48 муниципаль районында һәм ҡала округында йыйылған муниципаль райондар һәм ҡала округтары вәкиллекле орган­дары депутаттарының 56 ҡултамғаһы кәрәк. Ошо ҡарарға ярашлы, Башҡорт­остан Республикаһы Башлығы вази­фаһына кандидат Иван Константинович Сухарев тарафынан муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдары депутаттарының ҡултамғалары ингән 476 кандидатты хуплау ҡағыҙы, шул иҫәптән Башҡортостан Республика­һының 50 муниципаль районы һәм ҡала округындағы депутаттарҙың ҡултамғалары ингән 57 хуплау ҡағыҙы тәҡдим ителде.


Кандидатты хуплау ҡағыҙҙарын тикшереү барышында үрҙә әйтелгән 476 ҡултамғаның дөрөҫлөгө билдә­ләнде. Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат Иван Константинович Сухарев тарафынан Башҡортостан Респуб­ликаһы муниципаль берәмектәрендәге вәкиллекле органдар депутаттарының етерлек күләмдәге дөрөҫ ҡултамғалары тәҡдим ителде.


Үрҙә әйтелгәндәр нигеҙендә, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закон­дың 38-се статьяһын, Башҡортостан Республикаһы Һайлау тураһындағы кодексының 51-се статьяһын эштә ҡулланма итеп алып, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:


1. ЛДПР сәйәси партияһының – Рә­сәйҙең либераль-демократик партия­һының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һайлау берекмәһе тарафынан 2019 йылдың 13 июлендә 13 сәғәт 02 минутта Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат итеп тәҡдим ителгән 1978 йылда тыуған Иван Константинович Сухаревты теркәргә.


2. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына теркәлгән кандидат Иван Константинович Сухаревҡа билдәләнгән өлгөләге теркәү тураһын­да­ғы таныҡлыҡты тапшырырға.


3. Ошо ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе И.А. МАКАРЕНКО.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. ДОЛМАТОВА.

Читайте нас