Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Июль 2019, 05:15

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат Юнир Ғәлимйән улы Ҡотлоғужинды теркәү тураһында

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары


2019 йыл, 13 июль № 102/1 - 6

Өфө

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат Юнир Ғәлимйән улы Ҡотлоғужинды теркәү тураһында


“Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы” сәйәси партияһының Баш­ҡорт­остан республика бүлексәһе һай­лау берекмәһе тарафынан Юнир Ғә­лимйән улы Ҡотлоғужинды Башҡортос­тан Республикаһы Башлығы вазифа­һына кандидат итеп тәҡдим итеү тәрти­бенең “Рәсәй Федерацияһы граждан­дарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закон, Башҡортостан Республи­каһының Һайлау тураһындағы кодексы талаптарына ярашлылығын һәм кандидатты теркәү өсөн кәрәкле документ­тарҙы тикшергәндән һуң, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы түбәндәгеләрҙе билдәләне.
Башҡортостан Республикаһы Баш­лы­ғы вазифаһына кандидат Юнир Ғәлимйән улы Ҡотлоғужинды тәҡдим итеү тәртибе, кандидатты теркәү өсөн тап­шырылған документтар Башҡортос­тан Республикаһы Һайлау тураһындағы кодексының 40, 46.1-се статьялары, 48-се статьяның 2.1-се өлөшө, 95.3, 95.4-се статьялары талаптарына яуап бирә.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының 2019 йылдың 30 майындағы “2019 йылдың 8 сен­тябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидаттың тәҡдим ителеүен хуплап ҡултамғалары йыйылырға тейешле кешеләр һаны һәм вәкиллекле органдары депутаттары тарафынан кандидат хупланырға тейешле муниципаль райондар һәм ҡала округтары һаны ту­раһында”ғы 88/1-6-сы ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Баш­лығы вазифаһына кандидатты теркәү өсөн Башҡортостан Республи­каһы муниципаль берәмектәрендәге вәкиллекле органдар депутаттарының 454 ҡултамғаһы, шул иҫәптән Баш­ҡортостан Республикаһының кәмендә 48 муниципаль районында һәм ҡала округында йыйылған муниципаль райондар һәм ҡала округтары вәкиллекле органдары депутаттарының 56 ҡултам­ғаһы кәрәк. Ошо ҡарарға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат Юнир Ғәлимйән улы Ҡотлоғужин тарафынан муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдары депутаттарының ҡултамға­лары ингән 476 кандидатты хуплау ҡағыҙы, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының 55 муниципаль районы һәм ҡала округындағы депутат­тарҙың ҡултамғалары ингән 58 хуплау ҡағыҙы тәҡдим ителде.
Кандидатты хуплау ҡағыҙҙарын тикшереү барышында үрҙә әйтелгән 472 ҡултамғаның дөрөҫлөгө билдә­ләнде. Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат Юнир Ғәлимйән улы Ҡотло­ғужин тарафынан Башҡортостан Рес­публикаһы муниципаль берәмектә­рендәге вәкиллекле органдар депутаттарының етерлек күләмдәге дөрөҫ ҡултамғалары тәҡдим ителде.
Үрҙә әйтелгәндәр нигеҙендә, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закон­дың 38-се статьяһын, Башҡортостан Республикаһы Һайлау тураһындағы кодексының 51-се статьяһын эштә ҡулланма итеп алып, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
1. “Рәсәй Федерацияһы Коммунис­тар партияһы” сәйәси партияһының Башҡортостан республика бүлексәһе һайлау берекмәһе тарафынан 2019 йылдың 13 июлендә 13 сәғәт 08 минутта Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат итеп тәҡдим ителгән 1958 йылда тыуған Юнир Ғәлимйән улы Ҡотлоғужинды теркәргә.
2. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына теркәлгән кандидат Юнир Ғәлимйән улы Ҡотло­ғужинға билдәләнгән өлгөләге теркәү тураһындағы таныҡлыҡты тапшырырға.


3. Ошо ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе И.А. МАКАРЕНКО.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. ДОЛМАТОВА.


Читайте нас: