Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Июль 2019, 18:34

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына теркәлгән кандидаттар иғтибарына!

Йәрәбә ойоштороу ваҡыты билдәләнде.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына теркәлгән кандидаттар иғтибарына!

2019 йылдың 22 июлендә көндөҙгө сәғәт 2-лә Өфө ҡалаһының Зәки Вәлиди урамындағы 46-сы йортта 317-се бүлмәлә "БЮТ" телеканалында, "Юлдаш", "Спутник ФМ" радиоканалдарында, "Рәсәй" (Рәсәй-1) телеканалы"нда, "Рәсәй-24" Рәсәй мәғлүмәт каналында, "Рәсәй радиоһы", "Маяк", "Вести ФМ" радиоканалдарында түләүһеҙ эфир ваҡыты бүлеү буйынса теркәлгән кандидаттар араһында йәрәбә ойошторола.
2019 йылдың 22 июлендә көндөҙгө сәғәт 4-тә Өфө ҡалаһының Зәки Вәлиди урамындағы 46-сы йортта 317-се бүлмәлә "Республика Башкортостан", "Башҡортостан", "Ҡызыл таң", "Өмет", "Йәшлек" дөйөм Рәсәй ваҡытлы матбуғат баҫмаларында, "Ошмес", "Урал сасси", "Чолман" төбәк дәүләт ваҡытлы матбуғат баҫмаларында түләүһеҙ баҫма майҙан бүлеү буйынса теркәлгән кандидаттар араһында йәрәбә ойошторола.
2019 йылдың 22 июлендә Башҡортостан Республикаһының территориаль һайлау комиссияларында муниципаль берәмектәр биләмәһендә сыҡҡан төбәк дәүләт ваҡытлы матбуғат баҫмаларында түләүһеҙ баҫма майҙан бүлеү буйынса теркәлгән кандидаттар араһында йәрәбә ойошторола.
Йәрәбә ойоштороуға кандидат үҙе йәки уның ышаныҡлы кешеһе, кандидаттың финанс мәсьәләләре буйынса вәкәләтле вәкиле килергә хоҡуҡлы.
Теркәлгән кандидаттарҙың йәрәбә ойоштороуҙа ҡатнашҡан вәкилдәренә үҙҙәре менән шәхесте раҫлаған документ алып килергә.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһында йәрәбәлә ҡатнашыусыларҙы теркәү 2019 йылдың 22 июлендә 13 сәғәт 30 минуттан 13 сәғәт 50 минутҡа тиклем (теле- һәм радиоканалдары) һәм 15 сәғәт 30 минуттан 15 сәғәт 50 минутҡа тиклем (ваҡытлы матбуғат баҫмалары) үткәрелә.


Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 218-11-08, (347) 218-11-14, (347) 218-11-15.


Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы.

Читайте нас: