Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Июля 2019, 13:58

Ҡырғыҙҙар Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Ҡырғыҙ Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Аликбек Джекшенкулов менән осрашты.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Ҡырғыҙ Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Аликбек Джекшенкулов менән осрашты.
Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан араһындағы ике яҡлы хеҙмәттәшлектең күп өлкәләре буйынса фекер алышыу булды.
Ҡырғыҙ яғы беҙҙең республикалағы логистика, агросәнәғәт комплексы, геологик эҙләнеүҙәр һәм нефть сығарыу тармаҡтары менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
Читайте нас