Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Июль 2019, 12:08

Владимир Путин Магнитогорскиға килә

Етәксенең урындағы металлургтарҙы һөнәри байрамы менән ҡотлауы, металлургия комбинатының тау-байыҡтырыу фабрикаһында өр-яңы “5-се аглофабрика” производствоһын асыуҙа ҡатнашыуы планлаштырылған.

Фото: yandex.ru
Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Магнитогорск ҡалаһына килә. Етәксенең урындағы металлургтарҙы һөнәри байрамы менән ҡотлауы, металлургия комбинатының тау-байыҡтырыу фабрикаһында өр-яңы “5-се аглофабрика” производствоһын асыуҙа ҡатнашыуы планлаштырылған.


Әйткәндәй, Магнитогорскиҙа бөгөн Ҡала көнө лә үтә.


Тарихи сығанаҡтарға күҙ һалғанда, Силәбе өлкәһенә ҡараған Магнитогорскиға 1929 йылда нигеҙ һалына. Совет власы осоронда ул ҡеүәтле индустрия үҙәгенә әйләнә. Бында ҡорал ҡоялар, танк эшләйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙгә иң күп снарядты тап Магнитогорск комбинаты етештерә.