Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Июль 2019, 17:16

Халыҡҡа яҡыныраҡ

Хөкүмәттә нимәләр эшләнә? Ҡыҙыҡмы? Хәҙер Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров аҙна һайын республика Хөкүмәтендә үткәргән оператив кәңәшмәне тура эфирҙа “Бәйләнештә” социаль селтәренән күҙәтергә була. Уны БР Башлығы Хакимиәте асҡан сәхифәнән ҡарағыҙ.

Иң тәүгеһе бөгөн иртәнге сәғәт 10-да үтте лә. “Башҡортостан Хөкүмәтенең You Tube-каналындағы трансляциялары шулай уҡ һаҡланып ҡала”, – тинеләр БР Башлығы Хакимиәте матбуғат хеҙмәтендә.

Радий Хәбиров вазифаға килеү менән был оперативкалар барышын шәхси үҙе контролгә алғайны. Йыш ҡына уның барышында бик мөһим мәсьәләләр, кадр ҡарарҙары ҡабул ителә.
Читайте нас: