Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, 31 йәшлек туғанын йәрәхәтләүҙә ғәйепләнгән 57 йәшлек икенсе төркөм инвалидты ҡулға алғандар.
Ике ир бергә торған фатирҙа спиртлы эсемлектәр эсә. Араларында бәхәс тыуғас, инвалид ир бысаҡ алып туғанына сәнсә. Зыян күреүсене иҫһеҙ дауаханаға алып килгәндәр.
Пенсионер үҙенең ғәйебен таныған. Ғәйепләнеүсене яуыз ниәттә һаулыҡҡа зыян килтергән өсөн ун йылға төрмәгә ябыуҙары ла ихтимал.