Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Июль 2019, 19:37

Алдан һайлау буламы?

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко журналистар менән уҙған матбуғат конференцияһында күп көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Ул республика Башлығын һайлауҙа алдан тауыш биреү ҡаралмауын белдерҙе.

Быйыл Берҙәм һайлау көнөндә республикала өс төрҙәге һайлау уҙасаҡ. Әле сәйәси сарала ҡатнашасаҡ дәғүәселәр билдәле: Башҡортостан Башлығы вазифаһына – һигеҙ, 9-сы Ҡояшлы һәм 16-сы Комсомол һайлау округында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа ҡаралған ике мандаттың һәр береһенә – биш, урындағы үҙидаралыҡтар вәкәләтле органына 7 329 депутат урынына 15 765 кандидат.

Автор фотоһы.
Читайте нас: