Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Июль 2019, 20:08

Дүрт йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре бар...

Октябрьский ҡалаһында күп фатирлы йортта йәшәгән халыҡ бер фатирҙы наркопритон итеп файҙаланыуҙары хаҡында хәбәр итә. Унан иҫерткес еҫ аңҡып торған.

Октябрьский ҡалаһында күп фатирлы йортта йәшәгән халыҡ бер фатирҙы наркопритон итеп файҙаланыуҙары хаҡында хәбәр итә. Унан иҫерткес еҫ аңҡып торған.


Баҡтиһәң, 45 йәшлек наркоман торлағын әшнәләренә даими рәүештә файҙаланырға биргән. Унда йыйылғандар мәк һаламы һығындыһын ҡулланған, ә фатир хужаһы менән наркотик матдәләр менән иҫәпләшкән. Полиция хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, бында күрше өлкәләрҙән дә килеп, ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергәндәр.


Был осраҡ буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 232-се статьяһының 1-се бүлеге буйынса (притон тотҡан йәки наркотик матдәләр, психотроп әйберҙәр ҡулланыу өсөн даими рәүештә бина биргән өсөн) енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ирҙең ғәйебе иҫбатланған осраҡта, уға дүрт йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай. Әле уға йәшәгән урынынан ситкә китеү тыйылған.


Фото: fondnika.ru