Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Июль 2019, 16:30

Владимир Путин – күҙәтеүселәр советы етәксеһе

Был туралағы указ Кремль сайтында баҫылып сыҡты. Президент шулай уҡ “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһының күҙәтеүселәр советы составын да раҫланы. Унда Хөкүмәт вице-премьеры Татьяна Голикова, Һаҡлыҡ банкы башлығы Герман Греф, Президент хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко инә.

Ойошманы былтыр дәүләт башлығы указы буйынса булдырғайнылар. Был – бөтә илдән кадрҙар, социаль һәм белем биреү проекттарын берләштергән майҙансыҡ.

Уларҙың иң уңышлыһы – “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсы. Бик күп еңеүсе йәш кешеләр идарасы вазифаларға тәғәйенләнгән.

#ВладимирПутин

Фото: m.news.yandex.uz
Читайте нас: