Һайлауға барыуҙы сәйәси мәҙәнилектең бер билдәһе тип ҡарайым мин. Республикала йәшәгән һәр кем үҙенең законлы хоҡуғынан файҙаланырға тейеш. Лениндың “һәр кухарка ла сәйәсәттә ҡатнашырға тейеш” тигән ҡанатлы һүҙҙәрен хәтерләйһегеҙҙер. Ҡайһы берәүҙәр уның йөкмәткеһен, фекерен төбөнәсә аңлап та етмәй, боҙорға тырышыусылар ҙа бар.
Үҙең һайлаған кандидатҡа тауыш биреү, үҙ фекереңде еткереү һинең сәйәси яҡтан өлгөргәнлегеңде раҫлаған ғәмәл дә бит. Бер үк йәмғиәттә йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ, балалар үҫтерәбеҙ икән, нисек инде үҙеңдең киләсәгеңә, балаларыңдың, ата-әсәңдең яҙмышына битараф булырға кәрәк?
Беләм, ҡайһы берәүҙәр һайлауға битарафлыҡтарын социаль-иҡтисади тормош менән ҡәнәғәтһеҙлеген белдереү өсөн файҙалана. Йәнәһе, “Мин барыуҙан ғына донъя үҙгәрһә икән”, “һайлау еткәс кенә халыҡтың һүҙе кәрәк” һ.б. Үҙенә күрә был да протест. Әммә шәхси мәнфәғәттәрҙе генә өҫтөн ҡуйһаҡ, халыҡ яҙмышын хәл иткән сарала үҙ һүҙебеҙҙе әйтмәй, тәкәбберлек, битарафлыҡ күрһәтһәк, һис һүҙһеҙ, “дилбегәне” етәкселек итеү ҡулынан килмәгән, егелеп эшләй алмаҫлыҡ кешеләр ҡулына тотторасаҡбыҙ.
Беҙгә республика алдында торған киҫкен, глобаль мәсьәләләрҙе хәл итерҙәй, төплө программаһы, көслө фекерҙәштәре, командаһы булған етәксе кәрәк. Ә популистик бер нисә лозунгыһы менән иғтибарҙы яуларға тырышҡан кандидаттарҙы тыңлау ялҡытты ла, арытты ла. Яңы заман, сәйәсәт нескәлектәрен һәм үҙенсәлектәрен төшөнгән, елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнен һиҙгер тойған һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белгән етәксегә һыуһағанбыҙ.