Чиновник муниципалитет Советының 34-се сираттан тыш ултырышында үҙ вәкәләттәренән баш тартҡан. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ғаризала “үҙ теләгем буйынса” тип яҙылған.
Шулай итеп Башҡортостандың Бөрө районы хакимиәте башлығы Александр Груздев рәсми рәүештә отставкаға китте. Бөрө районы хакимиәте башлығы вәкәләттәрен әлегә муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Василий Петров атҡарасаҡ.
Фото: Бөрө районы хакимиәте.