Төбәк Хөкүмәтендә “Башҡортостан Республикаһында инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса саралар күреү” стратегик сессияһы үткәрелде. Ике көн барған семинарҙа башҡарма власть органдарының, контроль структураларының, урындағы үҙидараның, селтәр ойошмаларының, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам инфраструктураһының үҙ-ара килешеп эш итеүен яраштырыу бурысы ҡуйылды. Сараның операторы ролендә Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сығыш яһаны.