8 сентябрҙә уҙасаҡ һайлауҙар барышында тауыш биреү урындарын йыһазландырыуға айырыуса иғтибар биреләсәк.
Өфөлә бөтә территориаль һайлау комиссиялары һәм һайлау участкалары видеокамералар менән йыһазландырыласаҡ. Аппаратура мәсьәләһен урындағы власть органдары ярҙамында хәл итәсәктәр.
Шулай уҡ 225 һайлау бюллетенын эшкәртеү комплексы (КОИБ) файҙаланыласаҡ. Уларҙы һайлаусылар һаны меңдән артҡан участкаларға ҡуясаҡтар.
Әйткәндәй, быйылғы һайлау кампанияһына республика ҡаҙнаһынан яҡынса 500 миллион һум аҡса бүленә. Уның күп өлөшө һайлау комиссияһы ағзаларына эш хаҡы түләү өсөн тотоноласаҡ. Дөйөм алғанда, һайлауға 28 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә, әле улар әҙерлек уҡыуҙары үтә.