Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа республика парламентына инмәгән сәйәси партияларҙың Башҡортостандағы бүлексәләре етәкселәре менән осрашыу үтте. Бындай фирҡәләрҙең йәмәғәтселек тормошонда тотҡан урыны ниндәй, республика ҡануниәтен үҫтереүгә өлөш индерәләрме?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай партиялар күп булып иҫәпләнһә лә, һәр бүлексәлә бер нисәшәр генә кеше, улары ла сәйәсәт менән шөғөлләнергә уйламай ҙа, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев.
Уның раҫлауынса, Рәсәйҙә 61 партия теркәлгән икән, шуларҙың 47-һенең беҙҙең республикала ла бүлексәһе бар. “Беҙ уларҙы Башҡортостандың сәйәси һәм ижтимағи тормошона йәлеп итеү маҡсатын ҡуябыҙ, – тине Константин Борисович. – Улар “йоҡонан уянырға” тейеш һәм был талаптың ошо партияларҙың үҙҙәренең дә мәнфәғәтенә тура килеүен аныҡ беләм, сөнки һәр партияның электораты һәм ошо төркөмдөң ихтыяжы бар. Ә бөтә ошондай ойошмаларҙың төп маҡсаты уртаҡ – халыҡ тормошон ҡайғыртыу, кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреү”.
Башҡортостандың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайында партиялар һаны, элекке саҡырылыш менән сағыштырғанда, күберәк: “Берҙәм Рәсәй”, КПРФ, ЛДПР, “Ғәҙел Рәсәй” үҙ фракцияларын булдырған, бынан тыш парламентта “Рәсәй патриоттары” һәм Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһының вәкилдәре лә бар.
Һайлау йомғаҡтары буйынса парламентҡа инмәгән партияларҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың барлыҡ эксперт советтарында ла ҡатнашыу хоҡуғы бар. Парламент, үҙ сиратында, барлыҡ партияларҙың да мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып эшләй, бөтәһен дә ҡәнәғәтләндерерлек ҡарарҙар ҡабул итергә тырыша.
Осрашыу барышында республика һәм федераль ҡануниәтте камиллаштырыу, был процесҡа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға инмәгән партияларҙы ла йәлеп итеү тураһында фекер алышыу барҙы. Константин Толкачев республика парламентының эшмәкәрлеге, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай башланғысы менән федераль кимәлгә сығарылған тәҡдимдәр, башҡа төбәктәр һәм илдәр партиялары менән хеҙмәттәшлек хаҡында һөйләне. Партияларҙың төбәк бүлексәләре етәкселәре ер-мөлкәт һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәре, торлаҡ-коммуналь хужалығы, күп балалы ғаиләләргә ярҙам буйынса ҡануниәтте үҫтереүгә ҡағылышлы тәҡдимдәрен еткерҙе. Улар барыһы ла парламенттың даими комитеттарына тапшырылды.
Башҡортостанда 2012 йылдан алып сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләренең партия-ара советы эшләп килә. Улар 30-ҙан ашыу бүлексәне берләштерә. Ҡайһы бер бүлексәләр үтә аҙ һанлы. Мәҫәлән, “Социаль реформалар партияһы – Тәбиғи ресурстарҙан табышты – халыҡҡа” партияһы бүлексәһендә – дүрт, “Рәсәй ветерандары партияһы” менән “Рәсәй Федерацияһының казактар партияһы”ныҡында 12-шәр генә ағза бар.