Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Унда 2019 йылдың тәүге яртыһында төбәктәге социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары тикшерелде. Ултырышта министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ видеоконференция тәртибендә муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.
– Дөйөм алғанда, республика өсөн йыл һәйбәт булмаҡсы. Ҡайһы бер күрһәткестәр күҙалланғандан яҡшыраҡ, – тине Радий Хәбиров. – Сәнәғәт йылдам үҫешә. Ауыл хужалығында һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр 100 процент өлгәшкә сыҡтыҡ. Төҙөлөш тармағы ярайһы уҡ уңышлы эшләй. Был өлкәлә бөтә күрһәткестәр яҡшырҙы. Торлаҡты сафҡа индереү 13,4 процентҡа артты. Сауҙала 3,2 процентҡа үҫеш күҙәтелә. Был йәһәттән Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй, Рәсәй буйынса иһә төбәктәрҙең тәүге тиҫтәһендә килә. Эшһеҙлек кәмей, хеҙмәт баҙары тотороҡлана.
Төбәк етәксеһе демография мәсьәләһенә, тәү сиратта тыуымдың кәмеүенә, ауырыуҙарҙан үлеү сәбәптәренә, юл фажиғәләренә иғтибарҙы арттырыу зарурлығын билдәләне. Вице-премьерҙар иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереүҙең төп йүнәлештәре буйынса сығыш яһаны.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәренә тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Шуларҙың иң мөһиме – ауыл биләмәлерен комплекслы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырыуға ҡаралған федераль аҡсаны йәлеп итеү эшен әүҙемләштереү. Төбәк етәксеһе республика Хөкүмәтенә урындарҙағы бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең фекерен өйрәнергә ҡушты.