Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Август 2019, 23:07

Балаһыҙ ғаиләләр һалым түләрме?

Дәүләт Йыйылшы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев социаль селтәрҙә ошоға бәйле үҙ фекерен белдерҙе.

Дәүләт Йыйылшы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев социаль селтәрҙә ошоға бәйле үҙ фекерен белдерҙе.
Дәүләт Йыйылшы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев социаль селтәрҙә ошоға бәйле үҙ фекерен белдерҙе.
Кәмейбеҙ бит, йәмәғәт, кәмейбеҙ! Илдә демографик хәл яҡшырмаҫмы тип аҡса ла түләп ҡарайҙар. Шулай ҙа күрһәткестәр ҡыуандырмай. Мәҫәлән, республикала ярты йылда 19 922 бала тыуған. Был былтырғы ошо осорҙан 3,54 меңгә кәмерәк.
Дәүләт Йыйылшы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев социаль селтәрҙә ошоға бәйле үҙ фекерен белдерҙе. "Бер нисә йыл элек кенә был һан 60 мең тирәһендә булды, ә 1940 - 1950 йылдарҙа 100 мең кешенән ашып киткән. Әлбиттә, был проблема алға киткән илдәрҙең күбеһе өсөн ят түгел. Шулай ҙа Башҡортостанда башҡасараҡ статистиканы күрге килә. Ғаилә ҡиммәттәре, балалар табыу мәнфәғәте ситтә ҡалыуы хәүефләндерә. Йылдар уҙыу менән бының бөтөнләй башҡаса булыуын аңлайһың", - ти ул.
Константин Толкачев фекеренсә, балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам, беренсе балаға түләнә торған пособиелар һәм башҡа шундай саралар демография үҫешенә этәргес буласаҡ. Шулай уҡ балаһыҙ кешеләрҙән һалым түләтеү кәрәклеге хаҡында ла белдерә спикер.
Әйткәндәй балаһыҙлыҡ өсөн һалым 1944 йылда индерелгән һәм уны 25 -50 йәштәге ирҙәр, 20 - 45 йәштәге гүзәл заттар түләгән. Ул СССР тарҡалғанға тиклем йәшәп килде.
Читайте нас: