Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Август 2019, 16:30

Ришәүәт урынына... фатир алған

Башҡортостандан архитектор төҙөлөп ятҡан йорттарҙан ришәүәт урынына 31 квадрат метр майҙанлы фатир алған. Бынан тыш, ул 200 кешене алдауҙа ғәйепләнә.

Башҡортостандан архитектор төҙөлөп ятҡан йорттарҙан ришәүәт урынына 31 квадрат метр майҙанлы фатир алған. Бынан тыш, ул 200 кешене алдауҙа ғәйепләнә.


33 йәшлек баш архитектор биш йыл буйына республиканың Иглин районында күп фатирлы йорттар төҙөүгә рөхсәт биреп ултырған. Әммә, аҙаҡ асыҡланыуынса, төҙөлөш алып барған ойошмаларҙың тейешле документтары булмаған.


Һөҙөмтәлә 237 кеше Иглин һәм Аҡбирҙе ауылдарында төҙөлөп бөтмәгән йорттарҙан фатир ала алмай интегә, дөйөм зыян 277 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.


Шуныһы ҡыҙыҡ: элекке баш архитектор үҙенең ғәйебен танымаған. Ә күпме алданған өлөшсөләр бөгөн фатирҙы ҡуртымға алып йәшәргә мәжбүр йә банкка кредит түләүен дауам итә.


фото: ковровскиевести.рф
Читайте нас в