Быйыл июлдә сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы Рәсәйҙең “бик көслө йоғонтоло” төбәк башлыҡтары рейтингын тулыландырҙы.
Эксперттар был исемлеккә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировты ла индерҙе. Рейтингты төҙөүселәр билдәләүенсә, июнь менән сағыштырғанда ул 26-сы урындан 19-сыға күтәрелгән.
“Радий Хәбиров Дмитрий Медведев менән осрашыу һәм Ишембайҙа махсус иҡтисади зона булдырыу башланғысын Хөкүмәт Рәйесе тарафынан хуплау һөҙөмтәһендә бик көслө йоғонтололар төркөмөнә күсә”, – тип белдерҙе эксперттар.
Иң-иңдәр рейтингын Мәскәү мэры Сергей Собянин асып ебәрә. Икенсе урында – Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров, өсөнсөлә – Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов, исемлектең һуңғы баҫҡысында иһә – Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Артюхов.