Бөгөн Ингушетия Республикаһы биләмәһенәдәге бер ауылда хоҡуҡ һаҡлау органдары боевиктар менән бәрелешкә ингән.
Малгобек районының Вознесенское ауылында иртәнге 4.30 сәғәттә террорға ҡаршы операция башланған, көс структуралары әҙерлек хәленә килтерелгән. Ауыл биләмәһендә сикләүҙәр бар.
Билдәле булыуынса, хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү үткәргәндә, ауылда боевиктар барлығы асыҡланған, бандиттар шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡаршы ут асҡан.