Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Август 2019, 17:58

Яңы министр кем?

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров яңы Указға ҡул ҡуйҙы.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров яңы Указға ҡул ҡуйҙы.


Документҡа ярашлы, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы итеп Урал Искәндәров тәғәйенләнде.


Урал Салауат улы Искәндәров 1966 йылда Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Кубань дәүләт аграр университетын тамамлаған, юридик фәндәр кандидаты.


Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1984 йылда “Волгоэлектросетьстрой” тресының Өфө участкаһында элемтә монтажсыһы булып башлай. Төрлө йылдарҙа 2-сө төҙөлөш идаралығында слесарь, БАССР Дәүләт арбитражында хужалыҡ мөдире, Арбитраж судта төп белгес, судья-стажер, судья булып эшләй.


Фото: glavarb.ru.
Читайте нас: