Башҡортостан
-3 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Август 2019, 19:45
Һайлау участкаларына рейд
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү буйынса эшсе төркөм ағзалары һәм Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының төбәк бүлексәләре вәкилдәре һайлау участкаларында һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә тауыш биреү өсөн тыуҙырылған шарттар менән тынышты.

Рейд барышында комиссия ағзалары пандустарҙың, таянғыстарҙың, баҫҡыстарҙың ғәмәлдәге нормативтарға ярашлы булыуын тикшереп, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү юлдарын тәҡдим итте. Тикшереү барышында ҡайһы бер һайлау участкалары алдында инвалидтарға машина ҡуйыу урыны юҡлығы, пандустарҙың үтә бейек булыуы, насар күргәндәр өсөн иҙәнгә махсус һыҙаттар һалынмауы асыҡланды.
Шул уҡ ваҡытта комиссия ағзалары уңайлы шарттар тыуҙырыу мөмкинлектәрен тормош күҙлегенән сығып баһаланы. Мәҫәлән, әгәр пандус төҙөү мөмкинлеге юҡ икән, хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән граждандарға ярҙамға саҡырыу өсөн "төймә" ҡуйырға, ирекмәндәрҙе йәлеп итергә мөмкин.
Эшсе төркөм артабан да һайлау участкаларында тыуҙырылған уңайлы мөхиттең әҙерлек кимәлен тикшереүҙе дауам итәсәк.
Фото: БР Үҙәк һайлау комиссияһы сайтынан.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.