Ҡырғыҙстанда дәүләттең элекке президенты Алмазбәк Атамбаевты ҡулға алыу операцияһы ҡанлы бәрелешкә әүерелгән.
Илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта 48 кеше зыян күргән, берәү һәләк булған (спецназ хеҙмәткәре). Яраланғандарҙың күбеһе – дауаханала.
Билдәле булыуынса, кисә Ҡырғыҙстандың махсус хоҡуҡ һаҡлау органдары элекке президентты ҡулға алыу операцияһын башлаған. Ваҡиға етәксенең баш ҡаланан 20 километрҙағы тыуған ауылы Кой-Ташта булған. Милиция элекке президентты яҡлап сыҡҡан кешеләргә ҡаршы көс ҡулланған, әммә Атамбаевты тота алмаған. Өлкә милицияһы етәксеһенең ошонан һуң кома хәлендә дауаханаға эләккәнен дә хәбәр итәләр.
Әле 20 июндә үк ил парламенты прокуратураға экс-президентты ғәйепләү исемлеген тапшырған. Ундағы енәйәттәрҙә ғәйепле тип табылһа, А. Атамбаевты ғүмерлеккә төрмәгә оҙатыуҙары ихтимал.
2011 – 2017 йылдарҙа Ҡырғыҙстанға етәкселек иткән президент ғәйепләүҙәрҙе нигеҙһеҙ тип белдерә. Әйткәндәй, ул – илдәге халыҡ тарафынан һайлап ҡуйылған һәм киләһе президентҡа вәкәләттәрен үҙ теләге менән тапшырған етәксе.