Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Август 2019, 13:45

Атамбаев тотолған

Ҡырғыҙстанда дәүләттең элекке президенты Алмазбәк Атамбаевты ҡулға алыу операцияһы ҡанлы бәрелешкә әүерелеүе, илленән ашыу кешенең йәрәхәтләнеүе, бер кешенең һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйнек.

Ҡырғыҙстанда дәүләттең элекке президенты Алмазбәк Атамбаевты ҡулға алыу операцияһы ҡанлы бәрелешкә әүерелеүе, илленән ашыу кешенең йәрәхәтләнеүе, бер кешенең һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйнек.


8 августа Ҡырғыҙстандың махсус хоҡуҡ һаҡлау органдары элекке президентты ҡулға алыу операцияһы барышында уны ҡулға алған. Оҙайлы һөйләшеүҙәрҙән һуң ул үҙ ирке менән милицияға бирелгән. Хәл уның баш ҡаланан 20 километрҙағы тыуған ауылы Кой-Ташта булған.


Әле 20 июндә үк ил парламенты прокуратураға экс-президентты ғәйепләү исемлеген тапшырған. Әлеге ваҡытта уны коррупцияла ғәйепләүҙәре билдәле. Ғөмүмән, исемлектәге енәйәттәрҙә ғәйепле тип табылһа, илгә 2011 – 2017 йылдарҙа етәкселек иткән президент ғүмерлеккә тимер рәшәткә артына китеүе ихтимал.


Фото: life.ru



Читайте нас: