Беренсе тапҡыр һайлауҙа 1969 йылда ҡатнаштым. Кемде, ҡайҙа һайлағаныбыҙ иҫемдә ҡалмаған, әммә тулҡынланыуым, илебеҙҙең бик етди эшендә ҡатнашырға хоҡуҡ алыуым өсөн ғорурлыҡ кисереүемде әле лә хәтерләйем. Билдәле, һайлау – Ватаның менән килешеп йәшәү, уға булған мөнәсәбәтеңде сағылдырыу, илең менән ғорурланыу тигәнде аңлатты беҙ йәш саҡта. Бәлиғ булған, өлгөргән граждан икәнеңде тойоу ҙа ябай төшөнсә түгел бит.
Йәшлектәге һайлауҙар әлеге кеүек демократия шарттарында уҙғарылманы. Уның ҡарауы, депутатлыҡҡа һайланаһы кешенең энә күҙенән үткәрелеүе хаҡ. Тәүҙә ул коллективта бар яҡлап тикшерелә: ғаиләһе, тәртибе, фекер йөрөтөүе. Шунан юғары органдар эшкә тотона. Шул рәүешле һайлауға тиклем үк һайлау үткәрелә ине.
Конфуцийҙың “Императорҙарға өгөт-нәсихәт” тигән хеҙмәте бар. Һәр кем үҙ урынын белеп, үҙ вазифаһын башҡарған ил генә алға бара алға ала, тип әйтелгән унда. Ысынлап та, сәйәси һәм хужалыҡ итеү тәжрибәң булмай тороп, Башҡортостан тиклем ҙур хужалыҡты, төрлө сәйәси ағымдар, конфессиялар менән шығырым тулы республиканың яҙмышына етәкселекте нисек үҙ өҫтөңә алырға йөрьәт итерһең?
Глобализация тигән ысынбарлыҡ аяҡҡа баҫып ҡына түгел, өҫкә менеп килгән шарттарҙа бер Башҡортостанда һәм башҡорттар өсөн генә айырым шарттар булдырыу хаҡында утопистарса хыялланыу – туҙға яҙмаған ғәмәл. Эйе, һәр милләт үҙен, туған телен, ғәрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлау һағында торорға бурыслы!
ХХ быуат аҙағында Рәсәй бик күп сәйәси хаталар яһаны. Ҙур илде пыран-заран килтереү, иҡтисадты көрсөккә терәтеп, халыҡты бөлгөнлөккә төшөрөү, әхлаҡи депрессияға терәтеү – был хәлдәр беҙҙе төшөнкөлөккә бирелдерҙе. Емереү еңел, ә яңынан төҙөп ултыртыу тик һәләтлеләрҙең генә ҡулынан килгән ғәмәл.
Әйткәндәй, уҙған быуаттың 30-сы йылдарында АҠШ ауыр депрессия хәле кисерә. Шул саҡта коляскала ултырған Рузвельтты президент итеп һайлап ҡуялар. Ул аяҡтан йығылған Американы 10 йыл эсендә аяҡҡа баҫтыра. Ни рәүешлеме? Төрлө милләтле американдарҙы берләштереүгә, патриотизм тойғоһо уятыуға өлгәшә.
Илен, телен яратмаған башҡорт аҙ ул. Дөрөҫ, эрудициялы, белемле башҡорт йәштәре бөгөн, үкенескә ҡаршы, тормош шарттары, эш хаҡы яҡшы булған ҡалаларҙы һайлай. Ә беҙгә республикабыҙҙа йәшәп ятҡан йәштәрҙе һаҡлау, уларҙың көнкүреше хаҡында хәстәрлек күреү зарур. Халыҡ нисек кенә көслө рухлы булмаһын, уны ойошторған, етәкләгән, дөрөҫ йүнәлеш биргән лидерҙары булғанда ғына алға бара.
Минеңсә, Башҡортостан Башлығы тыумыштан ике сифатҡа эйә булырға тейеш: беренсеһе – башҡорт халҡының тел, тарих һәм рух яҙмышы тойғоһо; икенсеһе – тыуған төйәк тойғоһо. Ер тойғоһо, милли тойғо кеүек үк, бөйөк ул. Әгәр Башҡортостандың бөтә төҙөлөш һәм етештереү эшҡыуарҙары ла тыуған ерҙе тоя белһә, беҙҙең төбәк күкрәп сәскә атыр ине.
Ил менән, Башҡортостан Республикаһы менән профессиональ сәйәсмәндәр идара итеү зарури булған заманда йәшәйбеҙ, шуға күрә һайлауға барып, әүҙем тауыш бирәйек.