Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
13 Августа 2019, 08:21

Ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡҡа юл ҡуйылмаһын

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостан лидерҙары” проектының “Идара итеү командаһы-2020-2025” конкурсының ярымфиналы уҙҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: проектты быйыл июндә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәҡдим иткәйне.

Өфөлә йәш идарасылар конкурсының ярымфиналы уҙҙы.


Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостан лидерҙары” проектының “Идара итеү командаһы-2020-2025” конкурсының ярымфиналы уҙҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: проектты быйыл июндә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәҡдим иткәйне.


– Етәксенең һәр ваҡыт ике проблемаһы бар: квалификациялы белгестәрҙе ҡайҙан табырға һәм һөнәри оҫталығы булмағандарҙан нисек ҡотолорға, – тигәйне Радий Фәрит улы. – “Башҡортостан лидерҙары” шуны күҙ уңында тотоп тәҡдим ителә лә инде. Проекттың маҡсаты – кадрҙарҙы ғәҙел рәүештә, йәғни ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡҡа юл ҡуймайынса ғына, һайлап алырға. Беҙ, ниһайәт, һәләтле һәм инициативалы, әммә ярҙам алыуҙан мәхрүм йәштәргә алға барыу мөмкинлеге тыуҙырырға тейешбеҙ.


Ярымфиналға 195 кеше сыҡҡайны. Конкурста еңгән 50 кешегә дәүләт структураларында төрлө вазифалар буйынса эш тәҡдим ителә. Был проект тураһында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин бына нимә тине:

– Ошондай конкурстар кадрҙар һайлап алғанда предприятиелағы ғәҙәти булған 15 минутлыҡ әңгәмәгә ҡарағанда күпкә һөҙөмтәлерәк. Кабинетта ҡабул итеп кенә кешенең һәләтен тейешенсә асыҡлау мөмкин түгел. Был сараның әһәмиәте бик ҙур тип иҫәпләйем. “Торатау”ҙа үткәрелгән ошо конкурс лидерлыҡ һәләттәрен асырға ярҙам итә, һәм бер генә кадрҙар идаралығы ла уны алмаштыра алмай.


“Башҡортостан лидерҙары” проек­тының Өфөлә барған “Идара итеү командаһы-2020-2025” конкурсында тәүҙә оҫталыҡ дәрестәре һәм презентациялар үтте, төштән һуң проекттарҙы яҡлау һәм шәхсән интервьюлар уҙғарылды. Артабан конкурста ҡатна­шыусылар милли проекттар буйынса кейстар өҫтөндә эшләне, халыҡты мәҙәни сараларға ылыҡтырыу сараларын, һаулыҡ һаҡлау сифатын яҡшыртыу программаларын һәм башҡа йүнәлештәге тәҡдимдәрен индерҙе. Республика министрлыҡтары һәм ведомстволарының эшен яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр ҙә күп яңғыраны. Ҡыҫҡаһы, алты раундтан торған ныҡышмалы эш барҙы. Һәр кемгә кәңәшсе-тәрбиәселәр советы алдында үҙ проектын яҡлау мөмкинлеге бирелде.


Ойоштороу комитеты ағзаһы Айгөл Десяткина әйтеүенсә, сарала нисек ҡатнашыуына ҡарап, һәр кемдең айырым портреты яҙылған, финалға сығыу-сыҡмау мәсьәләһе ҡаралғанда ул хәл иткес әһәмиәткә эйә булған. Портрет тигәндәй, конкурста ҡатнашыусының дөйөм йөҙө лә билдәле булды: уларҙың уртаса йәше – 34, иң олоһона 45 йәш, конкурсанттарҙың 83 процентын ир-егеттәр тәшкил итә. Ҡатнашыусы­ларҙың 12 проценты дәүләт хеҙ­мәтендә, 12 проценты финанс өлкә­һендә, һигеҙ проценты ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу тармағында эшләй. Ошо ярымфиналға үткән 195 кешенең 75-е Өфөнән икән.


– Властарҙың бурысы – республиканы үҫтереү, – тине был конкурсты ойоштороусыларҙың береһе, “Башинформ” акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мыр­ҙағолов Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған тура эфир­ҙа. – Бөгөн мин ярымфиналда ҡат­нашыусыларға иғтибар менән ҡараным: бер генә таныш йөҙ ҙә күренмәне – тимәк, ойоштороусылар намыҫлы эшләгән.

Шулай итеп, финалға 70 кеше сыҡты, уларҙың 50-һенә дәүләт хеҙмәтендәге төрлө вазифалар тәҡдим ителәсәк. Финалды сентябрҙә үткәреү күҙ уңында тотола, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалы унан тура трансляция ойошторорға йыйына.
Читайте нас