Файҙаланыуға тапшырылыу ваҡыты күптән уҙған торлаҡ йорттар менән нимә эшләргә, нисек уларҙы әҙерләп хужаларына тапшырыуҙы тиҙләтергә? Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы “Төҙөлөш сәғәте” шул проблемаға арналғайны.
Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев бындай йорттарҙы төҙөп бөтөү буйынса күрелгән саралар тураһында һөйләне. Ведомство әҙерләнгән финанс-иҡтисади схемаларын тормошҡа ашырыу буйынса бер нисә кәңәшмә үткәргән икән. Төҙөлөштө финанслау өсөн төҙөүсе ойошманың әҙер һәм коммерция биналарын һатыу варианттары ла ҡарала.
Алданған өлөшсөләрҙең инициатив төркөмдәре вәкилдәре Октябрьскийҙа һәм Благовещенда төҙөлөүсе йорттарҙы төҙөп бөтөрөү буйынса пландар менән ҡыҙыҡһынды. Г.Невоструев ике йорттан торған комплексты төҙөү өсөн 100 миллион һум самаһы кәрәк булыуын билдәләне, бынан тыш инфраструктураны булдырыу өсөн дә сығымдар талап ителә.