Яңыраҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Елена Родина республика Хөкүмәтендә үткән сираттағы “Төҙөлөш сәғәте”ндә ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы законға үҙгәреш индерергә тәҡдим итте.
Ул алданған өлөшсөләр менән төҙөлөш ойошмалары араһындағы мөнәсәбәтте бер аҙға йомшартыр, моғайын. Эш шунда: алданған өлөшсөнөң судҡа дәғүәһе торлаҡ йортто ваҡытында тапшыра алмаған төҙөлөш ойошмаһынан йөҙҙәрсә мең һум түләтеүҙе күҙ уңында тота.
Штраф һәм “неустойкалар” менән бергә был сумма объекттағы етешһеҙлекте төҙәтеү хаҡын бер нисә тапҡырға уҙып китә.
Шуға күрә депутат тәҡдим иткән үҙгәрештә дәғүәләрҙе судҡа тиклем үк хәл итеү мөмкинлеге һәм тәртибе билдәләнә. Бынан тыш, төҙөлөш ойошмаһы түләргә тейешле штрафтың дөйөм күләме лә сикләнә.
Фото: building.bashkortostan.ru