Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Август 2019, 13:15

Достоевскийға эйәреп…

Присяжныйҙар суды тарафынан “ғәйебе иҫбатланған” тип табылған Таһир Сабитов* киң билдәле урыҫ яҙыусыһының романы менән таныш булғандырмы-юҡтырмы, әммә уның туранан-тура ҡатнашлығындағы ваҡиғалар ағышы Федор Достоевскийҙың “Енәйәт һәм яза” тип аталған хеҙмәтенә яҡшы ауаздаш.

Присяжныйҙар суды тарафынан “ғәйебе иҫбатланған” тип табылған Таһир Сабитов* киң билдәле урыҫ яҙыусыһының романы менән таныш булғандырмы-юҡтырмы, әммә уның туранан-тура ҡатнашлығындағы ваҡиғалар ағышы Федор Достоевскийҙың “Енәйәт һәм яза” тип аталған хеҙмәтенә яҡшы ауаздаш. Романдың төп геройы Родион Раскольников кеүек үк, Сабитов та аҡсаһына хужа булыу өсөн кешеләргә процент менән бурысҡа аҡса биргән ҡарсыҡты үлтерә һәм, фатирын тентеп, янсыҡтарын ала ла эҙ яҙҙыра.


Хөкөм ҡарарына теркәлгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Сабитовтың тәрбиәһендә бәләкәй балаларҙы ҡарап эшһеҙ ултырған ҡатыны, ауырыу атаһы булыуына ҡарағанда, йәш ирҙең финанс ауырлыҡтар кисереүе шик тыуҙырмай. Етмәһә, балалар сәләмәт түгел, тимәк, уларҙы дауалауға ла өҫтәмә сығымдар талап ителә. Матди хәлен иң ауыр енәйәт – кеше үлтереү кеүек ҡырағай юл менән яҡшыртырға маташҡан ирҙең артабанғы 15 йылы ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында үтәсәк.

Башҡортостан Юғары судының Рәсәй Енәйәт кодексының 105-се (үлтереү) статьяһына таянып сығарған хөкөм ҡарары шундай. Эйе, ни бары 15 йыл, сөнки хөкөм ителеүсе көнкүрештә яҡшы баһалана, хоҡуҡ һаҡлау органдары иғтибарына юлыҡмаған, ахыр сиктә балаларының бәләкәйлеге лә суд ҡарарына йоғонто яһаған.

Шулай ҙа присяжныйҙар иғтибарына сығарылған һорауҙарҙың береһенә яуап бәхәсле кеүек. Мәҫәлән, бурысҡа аҡса биргән ҡарсыҡ янына барғанда, Таһир Сабитовта уны үлтереү ниәте булғанмы-юҡмы тигән һорауға судьялары “был раҫланмай” тигән яуап ҡайтарған. Шул уҡ ваҡытта бурысҡа аҡса биргән оло йәштәге ҡатын иҫән һәм ҡаршылыҡ күрһәтерлек дәрәжәлә булһа, аҡсаһынан үҙ ирке менән ваз кисергә риза булмаҫ ине бит.

Ике ваҡиғаның да нигеҙендә мохтажлыҡ ятҡанын инҡар итеү мөмкин түгел. Ләкин, тамуҡҡа һуҡмаҡ иң изге ниәттәр менән түшәлгән, тигәндәй, ике осраҡта ла енәйәтселәр яуаплылыҡтан ҡаса алмаған. Атай кеше балаларының ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа шатлыҡлы йөҙҙәрен күреү хыялы менән ғаиләһен ҡара ҡайғыға дусар итә, сөнки сабыйҙар кәмендә 15 йылға атай тәрбиәһенән, иркәләүенән мәхрүм ҡалды. Енәйәтсе төрмә срогын тултырып сыҡҡанда, уларға 17-20 йәш буласаҡ.

Атайҙарын таныр, иң мөһиме, ҡабул итерме ул балалар? Унһыҙ ниндәй тәрбиә алырҙар, ә атай үҙе иреккә ниндәй кеше булып сығыр? Раскольников эҙенән атлаған замандашыбыҙ, күрәһең, был турала уйланмаған.


М. МӨХӘМӘТШИН.


*Исем-фамилиялар үҙгәртелде.
Читайте нас