Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына СССР граждандарын һайлаусылар исемлегенән төшөрөүҙәрен һорап тиҫтәләгән ғариза килгән. Рәйес урынбаҫары Марат Ғәҙелов белдереүенсә, ошондай 20-ләгән мөрәжәғәт булған.
Уларҙың аңлатмалары буйынса, был кешеләр СССР гражданлығын алмаштырмаған һәм Рәсәй Федерацияһы гражданлығын алыу процедураһын үтмәгән. Ошоға бәйле, мөрәжәғәт итеүселәрҙең, имеш, конституция буйынса ла, законға ярашлы ла Рәсәй Федерацияһындағы һайлауҙа ҡатнашыуға хоҡуғы юҡ. Шул иҫәптән, быйылғы 8 сентябрҙә уҙасаҡ һайлауҙа ла. Ошо нигеҙҙә улар үҙҙәрен һайлау журналындағы исемлектән бөтөнләйгә һыҙып ташлауҙарын һорай, сөнки үҙҙәрен СССР-ҙың хоҡуҡи нигеҙендә ҡалған тип иҫәпләй.