Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы оператив кәңәшмә “инвест-сәғәт”кә арналды.
– Республика райондары һәм ҡалаларында 189 “инвест-сәғәт” үткәрелергә тейеш булһа, хакимиәт башлыҡтары шуның 91-ен үткәрмәгән, – тине Радий Фәрит улы. – Сәбәптәрен эшҡыуарҙарҙан ғариза юҡ, хакимиәт башлығы Өфөгә киткән тип аңлаталар. Был сара мотлаҡ үткәрелергә тейеш!
Ағиҙел ҡалаһы, Яңауыл, Бөрйән, Иглин һәм башҡа ҡайһы бер райондарҙан эшҡыуарҙар “инвест-сәғәт” үткәрелмәүенә, эшҡыуарлыҡ буйынса һорауҙарға бер нисек тә яуап алып булмауына, ғаризалары оҙаҡ ҡаралыуға зарлана икән.
– Был сараны урынбаҫарҙар түгел, ә хакимиәт башлығы үҙе үткәрергә бурыслы, – тине республика етәксеһе. – Эшҡыуарҙарҙан ғариза булмауы һылтау түгел, ни өсөн башлыҡ кемдеңдер ғариза тотоп килгәнен көтөп ултырырға тейеш әле? Эҙләргә кәрәк! Мин төрлө күргәҙмәләрҙә булғанда үҙем һөйләшкән эшҡыуарҙы “инвест-сәғәт”кә саҡырам. Ҡайһы ваҡыт был саҡырыу бушҡа ла була, әммә эҙләнеү туҡтарға тейеш түгел.