Ил башлығы, Чебоксар күп йылдар дауамында Волга буйындағы иң мөһим иҡтисади һәм мәҙәни үҙәктәрҙең береһе булып ҡала, тип билдәләне. Уның тураһындағы тәүге яҙмалар 1469 йылда уҡ барлыҡҡа килгән.
“Һеҙ ҡала тарихы, яҡташтарығыҙҙың күп быуындары менән хаҡлы рәүештә ғорурланаһығыҙ, – тиелә Президенттың телеграммаһында. – Бөгөн Чебоксар – фәнни һәм белем биреү ҡеүәте ҙур булған, социаль һәм транспорт инфраструктураһы алға киткән, етди сәнәғәтле, күркәм һәм заманса ҡала. Уның халҡы милләт-ара татыулыҡты ҡәҙерләп һаҡлай, ижади, намыҫлы хеҙмәт йолаларын үҫтерә, тыуған ҡалаһының, Сыуашстан Республикаһының һәм тотош Рәсәйҙең именлегенә тос өлөш индерә”.