"Бөтәһе лә һайлауға!" мәғлүмәт плакаттары буйынса республика конкурсына иң күп ижади эштәр Яңауыл районынан килгән – 30 плакат.
Сарала мәктәп уҡыусылары ла, балалар сәнғәт мәктәбе, пионерҙар йорто, үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре лә, уҡытыусылар ҙа, хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡатнашҡан.
Тырышлыҡтары бушҡа китмәгән, сөнки республика конкурсының һөҙөмтәһе буйынса, "18 йәштән өлкән ҡатнашыусылар" номинацияһында Валентина Әмирханова икенсе урын яулаған. Ул Радик Гәрәев исемендәге ҡала гимназияһында эшләй. 29 йыл педагог стажы булған ҡатын "Үҙеңдең эшеңде яҡшы башҡар, һуңынан нимә килеп сыҡҡанын ҡара" тигән ҡараш менән йәшәй. Уҡыусыларын да ошо ҡағиҙәгә өйрәтә.
Үҙенең һайлауға ҡағылышлы ижади эшендә лә ул тауыш биреүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең, ололарҙың һәм йәштәрҙең, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың мөһим сәйәси сарала ҡатнашыуын сағылдырған. Үҙе лә һайлауҙы бер ваҡытта ла ҡалдырмай, шуға ла ижади эшендә һәр тауыштың мөһимлеген башҡа һайлаусыларға ла еткерергә тырыша.
Әйткәндәй, Валентина Әмирханованың һүрәте буйынса баннер әҙерләп, уны Яңауыл ҡалаһының Хоҙайбирҙин урамына ҡуйғандар. "Мәғлүмәт плакаттарына ҡарап, беҙҙең яңауылдар гражданлыҡ әүҙемлеген күрһәтеп, 8 сентябрҙә һайлауға килер һәм тауыш бирер, тип ышынабыҙ", – тип яңауылдарҙың һынатмаҫына ышана территориаль һайлау комиссияһы.
Фото: БР Үҙәк һайлау комиссияһынан.