Мин һайлауға барам, сөнки яҡты киләсәккә, республиканың буласаҡ етәксеһенең ябай халыҡты борсоған мәсьәләләргә ныҡлы иғтибар итәсәгенә һәм тормошобоҙ, данлы Башҡортостан кеүек үк, лайыҡлы булырына әле өмөтөмдө өҙмәгәнмен.
Илебеҙҙә, республикабыҙҙа барған ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнашыу – һәр кемдең изге бурысы. Шуға ла мин үҙемә оҡшаған, уның һайлау алды программаһы менән килешкән, халҡыбыҙҙың яҡшы киләсәгенә өмөтө бәйләнгән кандидатты яҡлау маҡсатында ла тауыш бирәм.
“Һайлаһаң да, һайламаһаң да, барыбер беҙҙеңсә булмай” тигән фекергә һылтанырға ярамай, ә һәр кем һайлау участкаһына барып, үҙенең өлөшөн эше, ғәмәле менән күрһәтергә тейеш. Беҙ ни тиклем күберәк һайлауҙа ҡатнашһаҡ, үҙебеҙҙең эскерһеҙ һүҙебеҙҙе әйтһәк, ышанысыбыҙҙы белдерһәк, шунса кимәлдә ул сифатлы буласаҡ.
Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Республиканың киләсәген, йәшәйешен уйлаған һәр кеше – һайлаусы был сәйәси сараға битараф булырға тейеш түгел.
Үҙен Башҡортостан Республикаһы Башлығы итеп күрергә тип һигеҙ кеше теләк белдерҙе. Ошо кандидаттар араһынан республикаға файҙа килтерерлек кеше өсөн тауыш бирергә кәрәк. Һайлаусы теләһә ниндәй нигеҙләнмәгән өгөтләүҙәргә бирелеп, яңылыш аҙым эшләп ҡуймаһын ине. Һәр кем дөрөҫ тип иҫәпләгән ҡарарға килеп, тормошобоҙҙо яҡшыртырҙай, ҙур эштәр башҡарыуға һәләтле кандидат өсөн тауышын бирһен.
Һайлау хоҡуғы булған һәр кеше республикабыҙҙың яҙмышы хәл ителгән яуаплы осорҙа үҙенең киләсәге өсөн тауыш бирәсәген иҫәпкә алып, үҙенең һүҙен әйтһен.
Бөтәбеҙ ҙә һайлауға! Һеҙҙең тауыш бөтәһен дә хәл итә!