Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Августа 2019, 15:57

Айфон XS отҡоң киләме?

Республиканың баш ҡалаһында “Һайла, Өфө!” фотоконкурсы старт алды. Унда һәр кемгә ҡатнашыу мөмкинлеге бар.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.
Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.
Республиканың баш ҡалаһында “Һайла, Өфө!” фотоконкурсы старт алды. Унда һәр кемгә ҡатнашыу мөмкинлеге бар.
Әҙерләнгән төп бүләк iPhone XS булһа, шулай уҡ iPad, Apple Watchсмарт смарт-сәғәте, смарт-телевизор һәм Power Bank кеүек дәртләндереү саралары ла ҡаралған.
Ҡатнашыу өсөн тәүҙә конкурсты ойоштороусыларҙың “Бәйләнештә”ге рәсми төркөмөндәге яҙыуға репост эшләргә кәрәк. Һуңынан 8 сентябрҙә һайлауҙа тауыш биргән мәлде фотоға төшөрөп, #ВыбирайУфа, #АйдаВыбирайУфа хэштегын ҡуйып, иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 9-ға тиклем уны сәхифәгә ҡуйырға кәрәк. Фотоконкурс һөҙөмтәләре 10 сентябрҙә социаль селтәрҙәге рәсми төркөмдә билдәле буласаҡ.
Был йәмәғәт тәҡдимен ҡаланың сауҙа ойошмалары хуплап, сараның рәсми партнер-бағыусыһы булырға ризалыҡ белдергән. Сараны Өфөнөң Йәмәғәт палатаһы һәм ҡала Советындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ойоштора.
Читайте нас