Ошо көндәрҙә Кремлдә күмер сығарылған төбәк башлыҡтары менән осрашыуында Владимир Путин, шахтер хеҙмәте еңел түгел, йыш ҡына ул хәүеф менән бәйле, шуға күрә таусыларҙың эше илдә абруй ҡаҙана, “ә көслө шахтер рухы быуындан быуынға тапшырыла килә”, тип билдәләне. “ Рәсәй таусылары ҡаһарманлығы, тура һүҙлелеге, ныҡышмалылығы һәм тырышлығы менән һәр саҡ айырылып тора”, тип өҫтәне ул.
Күптән түгел iReactor хәбәр итеүенсә, Рәсәй Президенты күмер сығарғанда кешеләрҙең һәм экологияның хәүефһеҙлегенә иғтибарҙы арттырыу зарурлығын билдәләгән. Владимир Путин әйтеүенсә, илдә күмер сығарыу яңы технологияларҙы ғәмәлгә индереү менән бергә барырға тейеш.