Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Август 2019, 20:00

КОИБ-тар әҙерме?

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында журналистарға һәм республика Башлығы вазифаһына кандидаттарҙың вәкилдәренә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексының (КОИБ) мөмкинлектәре күрһәтелде.

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында журналистарға һәм республика Башлығы вазифаһына кандидаттарҙың вәкилдәренә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексының (КОИБ) мөмкинлектәре күрһәтелде.


Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы аппаратының мәғлүмәт үҙәге начальнигы Йыһанур Алтынбаев КОИБ-тың айырым участкала һайлау бюллетене булған документтарҙы ҡабул итеүе һәм эшкәртеүе хаҡында һөйләне.


Быйыл КОИБ-тар тауыш биреүселәр һаны бер мең кешенән артҡан 225 һайлау участкаһында ғына ҡуйыласаҡ. Уның берәүенең хаҡы 200-250 мең һум тора. Комплекстар һайлаусыларҙың яҡынса 11 процентын, йәғни 335 мең кешене хеҙмәтләндерәсәк. Был күрһәткестәр буйынса республика Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән бер рәттә тора.


"2010 йылда алынған 168 берәмек КОИБ та яңыртылды. Улар участка һайлау комиссияларының эшен күпкә еңеләйтә, сөнки тауыштарҙы үҙе иҫәпләй һәм һөҙөмтәне йомғаҡлау протоколына индерә. Өфөлә бөтә участкаларҙа ла видеокүҙәтеү алып барыласаҡ", – тине республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко.


КОИБ-тар ҡуйылған һайлау участкаларында тауыштарҙы иҫәпләү ваҡыты ҡыҫҡарасаҡ. Хәҙер һәр протоколдың QR-коды бар һәм уны фотоға төшөрөп, махсус программа ярҙамында смартфонда йомғаҡлау протоколы һөҙөмтәһен уҡырға мөмкин. Шулай итеп, комплекстар ҡуйылған участкаларҙа һайлау һөҙөмтәһен боҙоп күрһәтә алмаясаҡтар.


Сарала ҡатнашыусылар КОИБ-та үҙҙәре тауыш биреүҙе һынап, комплексты "алдап" бюллетендәрҙе индереп ҡараны. Заман техникаһы төп ҡағиҙәнән тайпылыштарҙы ҡабул итмәне. Ул боҙолған бюллетендәр буйынса мәғлүмәтте тулыһынса уҡый, берәүҙән артыҡты ҡабул итмәй. Шуның өсөн дә тауыш биреү өсөн тәғәйенләнгән квадраттарға ғына тамға ҡуйырға кәрәк. Әгәр билдәне ситкә ҡуйһаң, уны комплекс иҫәпкә алмай.


Электр уты һүнгән саҡта ла КОИБ-тар автономлы режимда эшләүҙе дауам итә, улар ҡеүәтле аккумуляторҙар менән йыһазландырылған. Комплекстарҙың бөтәһе лә тикшерелгән, һайлау башланыр алдынан яңынан ҡаралып, мисәт менән нығытыласаҡ.


Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас