Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Август 2019, 20:13

Һайлау барышын меңдән ашыу юрист күҙәтәсәк

"Күҙәтеүселәрҙе әҙерләү, уларҙы уҡытыу менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ".

Фото: "Башинформ" сайтынан.
Фото: "Башинформ" сайтынан.
Рәсәй Юристар ассоциацияһының башҡарыусы директоры, аппарат етәксеһе Станислав Александров “Ғәҙел һайлауҙар өсөн” матбуғат конференцияһында 8 сентябрҙә уҙасаҡ Башҡортостан Башлығы һайлауы барышын Рәсәй Юристар ассоциацияһы әҙерләгән меңдән ашыу юристың күҙәтәсәге хаҡында белдерҙе.


Әйткәндәй, был йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәләре барлыҡ субъекттарҙа ла бар.


"Күҙәтеүселәрҙе әҙерләү, уларҙы уҡытыу менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ, семинарҙар, конференциялар, форумдар уҙғарабыҙ. Рәсәй Федерацияһы Президенты, Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һайлауындағы тәжрибә тупланыҡ. Бойондороҡһоҙ йәмәғәт күҙәтеүселәре юридик күҙлектән сығып, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, һайлауға үҙенең йәмәғәт баһаһын бирәсәк", – тине Станислав Александров.
Читайте нас: