Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Августа 2019, 12:41

Төшкә тиклем һайлауға бар ҙа, бүләк ал

Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Октябрьский һәм Нефтекама ҡалаларының эшҡыуарҙары һайлау көнөндә бик елле акциялар үкәрергә ниәтләй.

Фото: ufa.aif.ruФото: ufa.aif.ru
Фото: ufa.aif.ru
Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Октябрьский һәм Нефтекама ҡалаларының эшҡыуарҙары һайлау көнөндә бик елле акциялар үткәрергә ниәтләй.


“Рәхмәт” тип аталған был акцияның маҡсаты бик ябай – әүҙем граждандарҙы дәртләндереү. Уларҙың барыһы ла төрлө ташлама һәм бүләктәргә хоҡуҡ бирәсәк браслеттар һәм купондар аласаҡ. Бүләктәр исемлегендә – транспортта бушлай йөрөү хоҡуғы, кино һәм аттракциондарға билеттар, аҙыҡ-түлек магазиндарында, шиномонтаж оҫтаханаларында, мунсаларҙа, бөҙрәханаларҙа ташлама менән ҡулланыу һәм башҡалар. Акцияла ҡатнашырға теләүсе эшҡыуарҙар һаны көн һайын тулылана бара.
Читайте нас