Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Август 2019, 13:59

Алексей Гусевҡа яңы бурыс йөкмәтелде

Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Алексей Гусев Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Алексей Гусев Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.


Республика етәксеһенең икенсе Указы менән Гүзәл Аҫылова, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, үҙ теләге буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһынан бушатылды.


Алексей Николаевич Гусев 1982 йылдың 17 ғинуарында Мәскәү өлкәһенең Коломна ҡалаһында тыуған. Коломна дәүләт педагогия институтын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа Коломналағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә уҡытыусы-тренер, “Телеком Т3” йәмғиәтендә менеджер, төркөм етәксеһе, “Интраск” йәмғиәтенең башҡарма директоры, “Авангард-М” һәм “Паритет-МСК” йәмғиәттәренең генераль директоры, “АнЗаСт” предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары, Химки ҡалаһындағы Мәктәп туҡланыуы комбинаты директорының беренсе урынбаҫары, директоры була.


2019 йылда – Башҡортостан Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары.


Фото: glavarb.ru
Читайте нас