Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Сентября 2019, 18:12

Һорауҙар күп

Владимир Барабаш әйтеүенсә, әлегә тиклем бөтә кандидаттар ҙа үҙ-ара аралашты, шуға күрә һорауҙар Радий Фәрит улына ғына ҡалды.

"Антидебаттар" барашында һорауҙарҙың барыһы ла тиерлек ғәмәлдәге төбәк етәксеһе Радий Хәбировҡа тәғәйенләнде.

Ул кеше хоҡутары буйынса махсус ведомство булдырыуы тураһындағы указға ҡул ҡуйыуы тураһында әйтте һәм Зөлфиә Ғайсинаны ошо Советҡа инергә саҡырҙы.

Владимир Кобзевты иһә сүп-сар реформаһы борсой ине. Ул Радий Хәбировҡа ошо турала һорау бирҙе. "Реформа башланғандан алып Башҡортостанда контейнер майҙансыҡтары һаны 10 тапҡырға артты, сүп-сарҙы ситкә ташыу буйынса беҙҙә Волга буйы федераль округындағы иң түбән тариф. Өс төбәк операторы әлеге властың талабын үтәй алды, береһе иһә урынын бушатты", – тине яуап итеп Радий Фәрит улы.

Тапшырыуҙа ҡатнашыусылар үлсәү контроле пункттары менән дә ҡыҙыҡһынды. Бөгөн төбәккә ошондай 15 пункт кәрәк. Асылда иһә өсәү генә эшләй. Радий Хәбировтың фекеренсә, был өлкәлә коррупцияға ҡаршы көрәшергә кәрәк.

Владимир Барабаш әйтеүенсә, әлегә тиклем бөтә кандидаттар ҙа үҙ-ара аралашты, шуға күрә һорауҙар Радий Фәрит улына ғына ҡалды. "Власть экология, предприятиеларҙың зарарлы матдәләрҙе һауаға сығарыуы, шихандарға бәйле хәл буйынса ҡасан халыҡ мәнфәғәтен иғтибарға алыр?" – тип һораны ул.

"Беҙҙең команда указ әҙерләй. Ул 2024 йылға тиклем республиканың ниндәй булырға тейешлеген сағылдырасаҡ", – тине Радий Фәрит улы. Ул шулай уҡ Сибай халҡы өсөн борсолоуын белдерҙе.
Читайте нас