Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Сентябрь 2019, 22:51

Һорауҙарҙың күпселеге Радий Хәбировҡа ине...

"Тапшырыуға ниңә килергә ризалаштығыҙ?"

"Антидебаттар" башланғас та алып барыусы "Тапшырыуға ниңә килергә ризалаштығыҙ?" тигән тәүге һорауҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа бирҙе.

Төбәк етәксеһе: "Халыҡ менән шаярырға ярамай. Ниндәй ниәт-маҡсаттар менән йәшәүемде, республика үҫешен нисек күҙаллауымды һайлаусылар менән уртаҡлашырға теләйем", – тип яуапланы.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, 8 сентябрҙән – Берҙәм тауыш биреү көнөнән һуң юлдарҙың сифаты, әсәләргә ярҙам, фәҡирлек мәсьәләләре менән шөғөлләнергә теләр ине.

КПРФ партияһы тәҡдим иткән иң өлкән кандидат Юнир Ҡотлоғужин: "Беҙ тапшырыуҙы Конституцияны боҙоуҙан башланыҡ. 8 сентябрҙән һуң бындай хәлгә кәртә ҡуйырға кәрәк", – тине һәм һайлаусыларҙы һайлау участкаларына саҡырҙы.

"Килемдең, эш хаҡының, пенсияның түбән булыуына ҡарамаҫтан, 8 сентябрҙә һайлауға килергә, үҙегеҙ менән дуҫтарығыҙҙы, таныштарығыҙҙы алып килергә һәм барыһының да алдан хәл ителеүенә ышанмаҫҡа саҡырам", – тине Иван Сухарев. ЛДПР партияһынан кандидат сәйәси этика һаҡларға кәрәклеген билдәләне һәм һәр кемдең еңеп сығырға мөмкинлеге булыуын белдерҙе.
Читайте нас