Быйылғы көҙ нисектер үҙенсәлекле булмаҡсы. “Республикабыҙға кем Башлыҡ булыр? Беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә?” тигән һорауҙар тынғы бирмәй.
Һайлауға барам. Әле кандидаттарҙың маҡсат-бурыстары менән танышып, үҙемә һығымта яһап, фекер туплайым.
Ғаиләбеҙҙең тормошҡа үҙ ҡарашы бар. Фәлсәфәүи фекер йөрөтөү беҙҙең өсөн ят түгел, шунлыҡтан сәйәсәттән дә артта ҡала алмайбыҙ.
Кандидаттарға ышанысһыҙ ҡарашты бөтөрөү өсөн тәү сиратта үҙ фекеребеҙҙе еткерергә ынтылайыҡ. Һайлауҙарҙа ҡатнашырға, ә сүбәк сәйнәүҙе бөтөрөргә кәрәк. Бәлиғ булған һәр гражданға бындай хоҡуҡ бирелгән, тауыш биреүгә ыңғай ҡараш тыуҙырыу ҙа беҙҙең ҡулда.
Әүҙемлек күрһәтеү мотлаҡ. Һайлаған кандидат беҙҙең ышанысты аҡлаһа, тимәк, дөрөҫ йәшәү юлындабыҙ. Уңыштар, бөтәбеҙҙең дә уй-фекерҙәре аҡланһын!