– Башҡортостан сәйәсәтендә ҙур һәйбәт консенсус барлыҡҡа килә башланы. Барыһы ла аңланы: айырым-айырым беҙ республиканы Ике Мең Унынсы тип аталған һоро һаҙлыҡтан сығара алмаясаҡбыҙ. Мин партия һәм шәхси амбицияларына ҡарамай, лидер янында берләшеү теләге күрҙем.
Күренеп тора, барлыҡ кандидаттар ҙа яңырған, күркәм Башҡортостан яҡлы. Әшнәлек, ялҡаулыҡ, чиновниктарҙың аҡса һурыуы һәм бюрократияһыҙ итеп күрергә теләй улар республикабыҙҙы. Иң мөһиме – кандидаттар өсөн йөҙ йыллыҡ дөйөм проектҡа әйләнгән Башҡортостан Республикаһы үҙе ҡәҙерле. Ә инде дебаттар ваҡытында күренеп ҡалған “туҡһанынсы йылдар сәләменә” килгәндә, бөтәһе лә кемдең кем икәнлеген үҙ күҙҙәре менән күреүе бик тә һәйбәт булды, – тине ул.