Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Сентябрь 2019, 18:09

2024 йылға тиклемге үҫеш программаһы әҙерләнә

Республика Хөкүмәтендә төбәктең 2024 йылға тиклемге үҫеш стратегияһын билдәләйәсәк программа документын әҙерләүгә бағышланған эш кәңәшмәһе үтте.

Фото: i4.photo.2gis.com
Фото: i4.photo.2gis.com
Республика Хөкүмәтендә төбәктең 2024 йылға тиклемге үҫеш стратегияһын билдәләйәсәк программа документын әҙерләүгә бағышланған эш кәңәшмәһе үтте.
Был документ Рәсәй Президентының май указдарында ҡуйылған бурыстарға, милли проекттарға нигеҙләнәсәк, шул уҡ ваҡытта уның үҙаллы һыҙаттары, аныҡ программа йүнәлештәре буласаҡ.
Фекер алышыуҙа билдәләнеүенсә, стратегияла республика үҫешенең дөйөм трендтары ғына түгел, һәр айырым мөһим йүнәлештәр буйынса күрһәткестәр ҙә билдәләнергә тейеш. Мәҫәлән, эре инфраструктура, социаль, спорт, мәҙәниәт объекттары булдырыу – уларҙы төҙөүҙе республика үҙ иңенә аласаҡ. Индустриаль парктар, инвестициялар күләме, айырым иҡтисади зоналағы резиденттар һаны анализланасаҡ.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ эш хаҡы һәм пенсиялар динамикаһы мәсьәләһенә лә ҡағылды. Был йәһәттән республика айырым бурыстарҙы үҙ өҫтөнә аласаҡ.
Бынан тыш, яңы документ башҡарма власть органдары, муниципалитеттар эшмәкәрлеге нигеҙен билдәләйәсәк.
Читайте нас