Илеш районының Иштирәк һайлау участкаһында һайлау аҙағына яҡынлаша.
Бында 357 граждан үҙ тауышын бирә. Беренселәрҙән булып Илсур Шәйемов килгән. Ауылдың иң өлкән ағинәйе - 93 йәшлек Нурсәғәҙәт Ғәзизова ла лайыҡлы кандидат өсөн тауышын беренселәрҙән булып биргән.
- Ғүмеремдә тормоштоң әсеһен күп күрҙем. Аллаға шөкөр, бөгөн тормошобоҙ
матур, йылдар имен, донъялар тыныс булһын! - тине ул.