Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентября 2019, 15:38

Һайлау участкаһында – янғын?

Башҡортостандың бер ауылында һайлау участкаһы ваҡытлыса эшен туҡтатып торорға мәжбүр була...

Фото: yandex.ruФото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
Башҡортостандың бер ауылында һайлау участкаһы ваҡытлыса эшен туҡтатып торорға мәжбүр була. Был хаҡта журналистарға республика Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова хәбәр итте, әммә ул теүәл адресты әйтмәүҙе хуп күрҙе.


– Бер һайлау участкаһында урындағы ауыл биләмәһе советына депутатлыҡҡа кандидат бинала янғын башланыуы тураһында яуаплы хеҙмәттәргә хәбәр итә. Халыҡты сығарып, тейешле саралар күрелә. Әммә янғын һүндереү хеҙмәте килеп тикшергәндән һуң, хәүеф өсөн сәбәп булмауын белдерә. Комиссия үҙенең эшен шунда уҡ ҡайтанан тергеҙҙе, – тине Марина Борисовна.
Читайте нас