- Республикалағы һайлау комиссияларында бөгөн 28 мең кеше эшләй, был - тотош бер армия, - тине үҙенең Өфөләге "Шератон" ҡунаҡханаһында барған "Һайлау төнө"ндәге сығышында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко.
Уның әйтеүенсә, комиссияларҙың эшенә ялыуҙар юҡ. "Фәҡәт бер кандидаттың сығышында уның күҙәтеүселәрен участка комиссияһы исемлегенә индермәүҙәренә зарланыуын ишетеп аптыраным - бер кандидаттан да был турала мәғлүмәт килмәне, юғиһә, ашығыс рәүештә сараһын күрер инек", - тине Илона Макаренко. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе белдереүенсә, көндөҙгө сәғәт 3-тә республика һайлаусыларының 42 проценты, шул иҫәптән Өфө халҡының 35 проценты тауыш биргән.